Хәүефһеҙлек
26 Август 2023, 14:00

Бер йәшлек бала бик ауыр йәрәхәт алған

Өфөлә булған был бәхетһеҙлек. Бәләкәй балалар бар ерҙә бер секундҡа ла уяулыҡты юғалтмаҫҡа, уларҙы төрлө хәүефтән һаҡларға тырышайыҡ.   

Бер йәшлек бала бик ауыр йәрәхәт алғанБер йәшлек бала бик ауыр йәрәхәт алған
Бер йәшлек бала бик ауыр йәрәхәт алған

Өфөлә бер йәшлек сабый бәхетһеҙлеккә тарыған: ул һул ҡулын ит үткәргескә тығып ебәргән. Фарш әҙерләгәндә әсә кеше бер аҙға ғына иғтибарын икенсе яҡҡа йүнәлткән арала була был ҡурҡыныс хәл.

Ауыр йәрәхәтләнгән малайҙы тиҙ арала үҙәк район медицина учреждениеһына алып килгәндәр. Унда уға тәү ярҙам күрһәтелгән – эске наркоз ярҙамында ҡулын ит үткәргес эсенән алғандар.

Аҙаҡ уны артабан дауалау өсөн 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһына оҙатҡандар. Травматолог-ортопедтар ҡанды туҡтатып, гипс һалғандар. Баланың ҡул суҡтарына тергеҙеү пластикаһы үткәрергә ҡарар ҡылынған.

Бәләкәй балалар бар ерҙә бер секундҡа ла уяулыҡты юғалтмаҫҡа, уларҙы төрлө хәүефтән һаҡларға тырышайыҡ.

Фотоһәм сығанаҡ: "Моя Уфа".

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас