

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төндә Ҡариҙел районы Магинск ауылының Йәштәр урамындағы йорттарҙың береһендә янғын сыҡҡан. Ул 6х14 метрлыҡ йортто ялмап алған. Шуныһы аяныслы: утта 39 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлөүе асыҡланған. Әлегә фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Ут менән һаҡ булығыҙ, дуҫтар. Һаҡһыҙлыҡтың, вайымһыҙлыҡтың фажиғә сәбәпсеһенә әйләнеүе мөмкин.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.