

Бөгөн көндөҙ М-7 “Волга” автомобиль юлының 1241-се километрында үлемесле авария теркәлә. Был турала ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Мәғлүмәттәр шундай: 1947 йылғы водитель “Дэу Матиз” машинаһына идара иткән саҡта ҡаршыһына килгән “Скания” йөк машинаһына бәрелә. Көслө бәрелеш еңел генә машинаны арттан килгән “Фольксваген Тигуан” машинаһына бәрҙерә. Әлбиттә, бындай авариянан һуң “Матиз”дың водителе иҫән ҡала алмай, ул табиптар килеп еткәнсе йән бирә.
Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Фото: ЮХХДИ.