

Бөгөн, 28 августа, киске сәғәт биштә Нуриман районындағы юл-транспорт ваҡиғаһы фажиғәле тамамланған.
Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө - Иглин - Красная Горка-Павловка автомобиль юлының 82-се километрында водителдең идараны юғалтыуы һөҙөмтәһендә "Шакман" йөк автомобиле ауған.
Мәғлүм булыуынса, йөк автомобиленең водителе лә, бәлиғ булмаған пассажиры ла ваҡиға урынында һәләк булған.
Авария урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Был урынды башҡа автомобилдәргә урап үтергә мөмкин.
Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Һеҙҙең яуаплылыҡ кеше ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡ.
Фото: ЮХХДИ идаралығынан.