Хәүефһеҙлек
30 Август 2023, 16:00

Белорет районында фажиғәле хәл булған

Ошондай осраҡтарҙан башҡалар һабаҡ алһын ине...

Белорет районында фажиғәле хәл булғанБелорет районында фажиғәле хәл булған
Белорет районында фажиғәле хәл булған

Бөгөн, 30 августа, 11. 00 сәғәт тирәһендә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 147-се километрында "Citroën" һәм "Лада Гранта" автомобилдәре бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә "Лада Гранта" автомобилендәге пассажир ҡатын һәләк булған,ә водителе һәм тағы ла бер пассажир дауаханаға оҙатылған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙа фажиғәләр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында килеп тыуа. Шуға күрә лә водителдәр автомобиль ҙур хәүеф сығанағы булыуы тураһында онотмаһын ине.

Фото: республиканың ЮХХДИ идаралығынан. 

Белорет районында фажиғәле хәл булған
Белорет районында фажиғәле хәл булған
Белорет районында фажиғәле хәл булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас