Хәүефһеҙлек
31 Август 2023, 09:00

Халыҡ шағирына маҡтаулы исем бирелде

Депутаттар ошо хаҡта ҡарар ҡабул иткән.

Халыҡ шағирына маҡтаулы исем бирелдеХалыҡ шағирына маҡтаулы исем бирелде
Халыҡ шағирына маҡтаулы исем бирелде

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысоваға "Өфө ҡалаһының почетлы гражданы" тигән маҡтаулы исем бирелде. Өфө ҡала Советы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул иткән. 

Был исемгә эйә булғандарға өҫтәмә мөмкинлектәр бирелә. Шул иҫәптән, улар Өфө ҡала Советы һәм хакимиәте уҙғарған барлыҡ сараларға, бушлай йәмәғәт транспортында йөрөү, ҡала хакимиәтенә сиратһыҙ ҡабул итеүгә барыу хоҡуғына эйә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙән азат ителәләр. Ҡала көнөндә 22989 һум күләмендә премия бирелә. Уларҙы ерләү сығымдары ла ҡала бюджетынан ҡаплана. 

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙын маҡтаулы исеме менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! 

Фото: "Телеграм"дан.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас