Хәүефһеҙлек
2 Сентября 2023, 15:30

Дүрт кеше йәрәхәтләнгән, икәүһе ауыр хәлдә

Бөгөн Нефтекама ҡалаһында пассажирҙар ташыусы автобус...

Дүрт кеше йәрәхәтләнгән, икәүһе ауыр хәлдәДүрт кеше йәрәхәтләнгән, икәүһе ауыр хәлдә
Дүрт кеше йәрәхәтләнгән, икәүһе ауыр хәлдә

Бөгөн Нефтекама ҡалаһында пассажирҙар ташыусы автобус туҡталышҡа менеп киткән. Авария һөҙөмтәһендә дүрт кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған.

Был хәл ҡаланың автовокзалында була. 56 йәшлек ҡатын идара иткән автобус туҡталыштағы платформа өҫтөнә менеп китеп, туҡталышҡа төкөлә. Был ваҡытта платформала пассажирҙар баҫып торған була. Тән йәрәхәттәре алған дүрт кешенең икеһе – балалар. Асыҡ сығанаҡтар мәғлүмәттәре буйынса, улар әле ауыр хәлдә.

Фото: ЮХХДИ

Дүрт кеше йәрәхәтләнгән, икәүһе ауыр хәлдә
Дүрт кеше йәрәхәтләнгән, икәүһе ауыр хәлдә
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас