Хәүефһеҙлек
4 Сентябрь 2023, 16:00

Ут бесәнгә тоҡанған...

Унан ихаталағы ҡураларға күскән. Ә аҙағы фажиғәле...

Ут бесәнгә тоҡанған...Ут бесәнгә тоҡанған...
Ут бесәнгә тоҡанған...

Йыл башынан алып республикала 7641 янғын теркәлгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 6,9 процентҡа кәмерәк. 2023 йылда янғындарҙа 178 кеше, шул иҫәптән өс бала һәләк була, шулай уҡ 174 кеше йәрәхәтләнгән.

Шул иҫәптән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Саҡмағош районында фажиғәле хәл теркәлгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын 3 сентябрҙә Яңы Балтас ауылында булған.  

Кисә көндөҙ ғаилә тулыһынса өйҙә булған: әсә лә, ата ла, дүрт бала ла. Әсә 16 йәшлек өлкән ҡыҙы менән ҡаҙ йолҡоу менән шөғөлләнә. Был ваҡытта бер бала ҡарауһыҙ ҡала. Ул газ горелкаһы менән уйнай башлай һәм шунда янғын сыға. Барыһы ла күҙ асып йомғансы була. Ут яҡын урынлашҡан бесәнгә тоҡанған, унан ут йорт яны ҡаралтыларына күскән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс йәшлек баланы ҡотҡара алмайҙар. Ғаилә яҡшылар иҫәбендә булған.

“Ата-әсәһенә ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерегеҙ, бик йәл, бәләкәй балалар һәләк булыуы  үкенесле, әлбиттә”, - тип ҡайғы уртаҡлашты республика Башлығы Радий Хәбиров.

Хөрмәтле республика халҡы, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.

Һүндерелмәгән тәмәке бер нисә йөҙ тапҡыр янғындарға һәм фажиғәләргә, ҙур һәм кире ҡайтарылмаҫлыҡ юғалтыуҙарға килтерҙе.

Мунсала мейесенә яҡҡанда мейес алды ҡалайын ҡулланығыҙ, янғынға ҡаршы арауыҡты һаҡлағыҙ.

Өлкән быуынға иғтибар итегеҙ, балалар менән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡабатлағыҙ!

Өйҙә янғын иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйығыҙ. Ул хатта йоҡлаған саҡта ла янғын тураһында хәбәр итәсәк.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Фото: mchsrb

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас