Хәүефһеҙлек
5 Сентябрь 2023, 05:45

Айратты табырға ярҙам итегеҙ!

Яланғас тауы эргәһендә ғәйеп булған ир-егеттең әлегә автомобиле генә табылған. Таныштары әйтеүенсә...

Айратты табырға ярҙам итегеҙ!Айратты табырға ярҙам итегеҙ!
Айратты табырға ярҙам итегеҙ!

«ЛизаАлерт» эҙәрмән отряды һәм төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә,  3 сентябрҙә Белорет районында Яланғас тауына менгәндә 43 йәшлек Айрат Йәнбулатов юғалған.

Мәғлүм булыуынса, Йәнбулатов Рус география йәмғиәте марафонында ҡатнашҡан, уның сиктәрендә Яланғасҡа менеү ҙә ҡаралған. Ир тау башына йүнәлгән, әммә тәғәйенләнгән ваҡытта әйләнеп ҡайтмаған, уның менән бәйләнеш юғалған.

- Ашығыс хеҙмәткә ирҙең ҡатыны мөрәжәғәт иткән, ваҡиға урынына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Белореттағы төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары ебәрелгән. Ҡотҡарыусылар Яланғас тауы эргәһендәге туҡталҡала бер нәмә лә тапмаған, - тип белдергәндәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығында.

Эҙләү барышында Айрат Йәнбулатовтың автомобиле табылған.Ҡара-күк төҫтәге Nissan Qashqai Отнурок ҡасабаһындағы «Малиновая» базаһында тора. Асыҡланыуынса, ир машинаһын бында 3 сентябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә ҡалдырған.

Бөгөн, 5 сентябрҙә, сәйәхәтсене эҙләүгә ирекмәндәр отрядтарын һәм  Ка-32 ҡотҡарыу вертолетын йәлеп итеү күҙаллана. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хәлде контролдә тота.

Ул арала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында Йәнбулатовты эҙләүгә кинолог отрядтары ла сығыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Ирҙе төнөн дә эҙләйҙәр.

Сәйәхәтсене эҙләү төркөмөндә уның һуңғы фотолары ҡуйылған, уларҙы Айрат Йәнбулатов 3 сентябрҙә көндөҙ ебәргән. Әлеге ваҡытта уның юғалыр алдынан булған һуңғы фотоһы Яланғасҡа күтәрелгәнсе үк төшөрөлгән тигән фараз бар. Эҙләүселәр туристың ниндәй маршруттан файҙаланыуын һәм ҡайҙа боролоуын иҫәпләп сығарырға тырыша.

Таныштары Айрат Йәнбулатовтың былтырҙан сәйәхәт менән мауығыуын,  «Урал барыҫы» проектында ҡатнашыуын  билдәләй.

Был ике этаптан торған туристик проект Көньяҡ Уралдың мең метр бейеклектән юғарыраҡ  ете түбәһенә менеүҙе һәм «Белорет - Ҙур Ирәмәл» маршрутын үҙ эсенә ала.  Айрат Йәнбулатов был сәйәхәте хаҡында социаль селтәрҙә даими яҙмалар ҡалдырып барған һәм быйыл ошо проект сиктәрендәге маҡсаттарына өлгәшергә ниәтләгән.  

Айрат Йәнбулатовтың билдәләре: буйы 175 сантиметр, мыҡты кәүҙәле, кофта һәм ҡара джинсы кейгән, ҡара-йәшел биштәр таҡҡан.

Әгәр ҙә уны күреүселәр табылһа, йә иһә башҡа мәғлүмәт булһа, эҙләүгә ҡушылырға теләһәгеҙ, 89656669660, 89823391609 йә 112 телефондары аша мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото: Айрат Йәнбулатовтың шәхси сәхифәһенән һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралығынан.

Айратты табырға ярҙам итегеҙ!
Айратты табырға ярҙам итегеҙ!
Айратты табырға ярҙам итегеҙ!
Айратты табырға ярҙам итегеҙ!
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас