Хәүефһеҙлек
5 Сентябрь 2023, 10:35

Ирҙе фотолағы ҡайынға ҡарап табалар

Ҡотҡарыусылар Белорет урманында юғалған Айратты эҙләй ине...

Ирҙе фотолағы ҡайынға ҡарап табаларИрҙе фотолағы ҡайынға ҡарап табалар
Ирҙе фотолағы ҡайынға ҡарап табалар

Белорет районындағы Яланғас тауында юғалған Айрат Йәнбулатовты тапҡандар. Әммә үлгән килеш...

43 йәшлек тауҙарға артылыу менән мауыҡҡан ир-егетте эҙләүҙәре тураһында беҙ ҙә яҙғайныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны үле килеш тапҡандар, тип хәбәр итә, үҙенең сығанаҡтарына һылтанып, "Коммерсант" баҫмаһы. Үлем сәбәбе әйтелмәй.

Ир ниңәлер хәҙер кеше йөрөмәгән иҫке юлдан китә. Күрәһең, навигатор шунан йүнәлткән. Уның кәүҙәһен һуңғы ебәргән селфиһында күренгән ҡайындан алыҫ түгел урында тапҡандар. Был ергә машина менән барып булмай.

Айрат Йәнбулатов Рус география йәмғиәте марафонында ҡатнашҡан. Ул тау түбәһенә йүнәлгән маршруттан әйләнеп ҡайтмағас һәм уның менән бәйләнешкә сыға алмағастар, үҙен эҙләй башлағайнылар. Эттәр менән ҡотҡарыусылар урманға сыҡҡан, вертолет та йәлеп ителгән. 

Айраттың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Сығанаҡ: https://www.kommersant.ru/doc/6198053

Фото: https://vk.com/airatmasgut

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас