Хәүефһеҙлек
9 Сентябрь 2023, 16:00

Көслө ер тетрәүе булған

"Һәләк булғандарҙың һаны бер нисә меңгә етер тип көтөлә. Ҡабаттан тетрәүҙәр булыуы ихтимал, улар яңы ҡорбандарға килтерә һәм эҙләүҙе һәм ҡотҡарыуҙы ҡыйынлаштыра..."

Көслө ер тетрәүе булғанКөслө ер тетрәүе булған
Көслө ер тетрәүе булған

Мароккола үткән төндә булған ер тетрәү ҡорбандары һаны 1037 кешегә еткән, тип хәбәр итә короллектең Эске эштәр министрлығы.

Һәләк булғандарҙың күпселеге Марракеш һәм биш күрше провинциянан. Тағы 1204 кеше йәрәхәтләнгән, шуларҙың 721-е – ауыр хәлдә. Ер тетрәү 300 мең кешегә ҡағыла, тип баһалай Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының көнсығыш Урта диңгеҙ бюроһы.

Марракешта бөтәһе 840 мең самаһы кеше йәшәй, ҡала ер тетрәү эпицентрынан төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 72 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Уның магнитудаһы 6,8, яҡынса 20 минуттан һуң 4,9 магнитудалы ҡабаттан ер тетрәүе була.

Һуңғы 120 йылда Мароккола иң көслө тетрәүҙәр була, улар хатта Португалияла һәм Алжирҙа ла тойола. Һөҙөмтәлә таштан төҙөлгән һәм ер тетрәүҙәргә ҡаршы торорға иҫәпләнмәгән боронғо ҡалаларҙың биналары һәм диуарҙары емерелә.

– Һәләк булғандарҙың һаны бер нисә меңгә етер тип көтөлә. Һәр көслө ер тетрәүҙәге кеүек, ҡабаттан тетрәүҙәр булыуы ихтимал, улар яңы ҡорбандарға килтерә һәм эҙләүҙе һәм ҡотҡарыуҙы ҡыйынлаштыра, – тип фаразлай Лондон университеты колледжының геофизика һәм климат хәүефтәре буйынса почетлы профессоры Билл Макгвайр.

Көслө ер тетрәүҙәр һирәк күренеш булған райондарҙа биналар ныҡ түгел, шуға күрә уларҙың күбеһе емерелә, был күп ҡорбандарға килтерә, тип аңлатҡан ул.

Фото: Abdelhak Balhaki/Reuters

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас