

15 йәшлек ҡыҙ кис сымһыҙ наушнигында көйө йоҡлап киткән. Ә төндә ул тамағы ныҡ ауыртыуға уянған. Наушнигын да тапмаған. Ата-әсәһен уятып әйтеп, “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға мәжбүр булғандар.
Ҡыҙҙы дауаханаға килтереп, рентген һәм фиброгастроскопия үткәргәс, наушниктың эстә - эсәк буйында уҡ булыуы күренгән. Үҫмерҙе балалар хирургияһы бүлегенә һалғандар. Бәхеткә, был юлы ул еңел ҡотолған: сит әйбер тәбиғи юл менән сыҡҡан, әле һаулығына бер ни ҙә янамай.
Был турала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм каналында яҙып сыҡҡан.
Ул ата-әсәләргә балаларының ни менән шөғөлләнеүенә даими иғтибар итергә һәм уларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа өндәгән.