+24 °С
Ямғыр


Тикшереүселәрҙең фаразы буйынса, 20 сентябрҙә Тәтешле районында өс ир һәм бер ҡатын һунарға киткән. Икешәргә бүленеп, уларҙың юлы бер йүнәлештә айырым дауам иткән. Һунарсыларҙың береһе йығылған ағасҡа ял итергә ултырғас, ҡыуаҡтар яғында ҡыштырлау ишетеп, шул яҡҡа тоҫҡап атып ебәргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пуля 35 йәшлек танышының күкрәгенә генә тура килә. Алынған яранан ир шул урында уҡ йән бирә.
64 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: асыҡ сығанаҡтан.