

Кисә республика юлдарында ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Улар тураһында ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Тәүге авария Ҡырмыҫҡалы районында теркәлә. Ҡырмыҫҡалы – Боҙаяҙ юлының 4-се километрында 38 йәшлек ир Kaiyi E5 автомобиленә идараны юғалта. Һөҙөмтәлә ул юлдан оса һәм түңкәрелеп барып төшә. Ауыр йәрәхәттәрҙән ир урында һәләк була. Билдәле булыуынса, авария ваҡытында ул хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән һәм машинаһының тәҙрәһенән сығып осҡан.
Икенсе авария Дыуан районында була. Бөрө – Тастүбә – Сатҡы автомобиль юлының 211-се километрында йәйәүлене тапаталар. Асыҡланыуынса, пенсионер ир урмандан өйөнә ҡайтып барған.
“ВАЗ-2115 машинаһына идара иткән 42 йәшлек водитель юл ситенән велосипедын этеп барған ирҙе тапатҡан. Яҡынса, ул юл хәрәкәте ыңғайына китеп барған һәм кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булмаған”, – тинеләр ЮХХДИ-ла.
Авария һөҙөмтәһендә ир табиптар килеп еткәнсе һәләк булған.
Әле ике осраҡ буйынса ла тикшереү эштәре алып барыла.
Күренеүенсә, был авариялар иғтибарһыҙлыҡ һөҙөмтәһе. Бәлки, тәүге ир хәүефһеҙлек ҡайышын эләктерһә, иҫән дә ҡалыр ине. Йәйәүле иргә лә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫәптә тотоп, ҡаршы һыҙаттан барырға, яҡтылыҡты сағылдырған кейем кейергә кәрәк булған да бит, ә водитель яйыраҡ барһа, бәлки күреп, туҡтап өлгөрөр ине... Ошондай үкенесле һәм аяныслы хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн ҡағиҙәләр тураһында онотмайыҡ.
Фото: ЮХХДИ.