Хәүефһеҙлек
30 Сентябрь 2023, 10:00

Йәйәүле автобустан тапалған

Һәләкәт Өфөнөң бер урамында булған

Йәйәүле автобустан тапалғанЙәйәүле автобустан тапалған
Йәйәүле автобустан тапалған

Дәүләт автоинспекцияһы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфөнөң Эшсе хәбәрселәр урамында йәйәүле автобустан тапалған. Мәғлүмәттәр буйынса, “ТСК Пушкинский  - Роддом” маршруты буйынса барған автобусҡа идара иткән 40 йәшлек водитель 62 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Ул юлды тыйылған урындан сығып барған.

Юл-транспорт һәләкәте урынына “Ашығыс ярҙам” бригадаһын саҡыртҡандар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға ирҙең үлемен раҫларға ғына ҡалған. Салондағы ҡалған пассажирҙар зыян күрмәгән.

Һәләкәт урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй, хәл-ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.

Юлдарҙа рулдәгеләргә лә, йәйәүлеләргә лә үтә иғтибарлы булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре.

Фото: ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас