Хәүефһеҙлек
3 Октябрь 2023, 15:00

Документтар арҡаһында... әсә менән бәләкәй баланың ғүмере өҙөлгән

Әсә ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләгән, иҫәптә тормаған... 

Документтар арҡаһында... әсә менән бәләкәй баланың ғүмере өҙөлгәнДокументтар арҡаһында... әсә менән бәләкәй баланың ғүмере өҙөлгән
Документтар арҡаһында... әсә менән бәләкәй баланың ғүмере өҙөлгән

Кисә таң менән насар хәбәр таралды: Йылайырҙа янғын булып, унда 36 йәшлек ҡатын менән уның 11 айлыҡ ҡына ҡыҙы һәләк булды. Өлкән йәштәге инәй сығып ҡотола алған, ул ваҡытында тәҙрә аша тышҡа сығып өлгөргән.

Һуңғараҡ шул асыҡланды, фажиғәнән ҡотолоу мөмкинлеге лә булған икән. Янғын таң менән өс фатирлыҡ ағас йортта сыға. Янғын һүндереүселәр утты ярты сәғәттә еңеп сыға, тик емереклектәр араһында ҡатын менән бәләкәй бала кәүҙәһен таба. Һәләк булған ҡатындың әсәһе һөйләүенсә, улар ут йортто тулыһынса ялмап алғансы уяна. Ул шунда уҡ тәҙрә аша сығып ҡаса, ә бына ейәнсәре менән ҡыҙы тороп ҡала. Һәм төтөнгә тонсоғоп үлә. Аҙаҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов әйтеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын ҡулындағы балаһы менән документтар йыйыу өсөн тотҡарлана.

– Хәлдең нисек булғанын тәфтиш билдәләйәсәк, әммә хәҙерҙән үк өлкәндәрҙең янғын ваҡытында үҙҙәрен дөрөҫ тотмауы күренә. Әгәр үлгән ҡатын да, ҡотолоп ҡалған уның әсәһе лә тәү сиратта мөлкәттәрен түгел, ә баланы һәм үҙҙәрен ҡотҡарһа, фажиғә булмаҫ ине, – тине ул.

Вице-премьер әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай осраҡтар йыш осрай – кешеләр янғын ваҡытында юғалып ҡала һәм нисек дөрөҫ эш итергә белмәй. Хәтерҙә тотоғоҙ, янғын башланһа, документтар, мөлкәт тураһында түгел, ә ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу тураһында уйларға кәрәк.

Әйткәндәй, ғаилә имен булған, спиртлы эсемлектәр эсмәгән, иҫәптә тормаған. Ҡатын ҡыҙын яңғыҙы тәрбиәләгән, фатирҙа тағы бер ҡыҙ, һеңлеләре йәшәгән, тик янғын ваҡытында ул өйҙә булмаған.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас