Хәүефһеҙлек
5 Октябрь 2023, 13:50

Ейәнсурала баҫыуҙа комбайнсы һәләк булған

Ул комбайндың алғы тәҙрәһе аша осоп сыҡҡан...

Ейәнсурала баҫыуҙа комбайнсы һәләк булғанЕйәнсурала баҫыуҙа комбайнсы һәләк булған
Ейәнсурала баҫыуҙа комбайнсы һәләк булған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 3 октябрҙә көндөҙ Ейәнсура районында "Вектор" комбайны баҫыуҙан ситкә сығып китеп, ағасҡа бәрелеп, янып киткән.

Фаразлауҙар буйынса, комбайнсы комбайндың алғы тәҙрәһе аша осоп сыҡҡан һәм шунда уҡ янып һәләк булған.

Ирекле янғын һүндереү командаһы ваҡиға урынына килеп, утты һүндерә, янғын таралыуына юл ҡуйылмай.

Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшерә.

Бөтә төр транспорт хәүеф сығанағы булып тора, шуға ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.

Фото: mchsrb

Ейәнсурала баҫыуҙа комбайнсы һәләк булған
Ейәнсурала баҫыуҙа комбайнсы һәләк булған
Ейәнсурала баҫыуҙа комбайнсы һәләк булған
Ейәнсурала баҫыуҙа комбайнсы һәләк булған
Ейәнсурала баҫыуҙа комбайнсы һәләк булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас