Хәүефһеҙлек
6 Октябрь 2023, 10:00

Диананың эше судҡа ебәрелде

Әле был ир үҙенең ғәйебен өлөшләтә таныған.

Диананың эше судҡа ебәрелдеДиананың эше судҡа ебәрелде
Диананың эше судҡа ебәрелде

Быйыл 9 майҙа Шишмә районында ҡурҡыныс авария булды. Төнөн Civic машинаһы юлдан оса һәм уның водителе урында һәләк була. Аҙаҡ асыҡланыуынса, рулдә билдәле блогер, өс бала әсәһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтың һеңлеһе Диана Сәфәрова ултырған булып сыға.

Әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү тамамланған һәм Башҡортостан Прокуратураһы уны судҡа ебәргән. Тикшереү шуны асыҡлай: авария Toyota Camry автомобиле арҡаһында килеп сыға. Шишмә районында йәшәгән водитель руль артына эскән килеш ултыра. Ул ҙур тиҙлек менән бара һәм Диананың машинаһын үтеп барған саҡта тейешле дистанцияны һаҡламай. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙың машинаһы бағанаға барып бәрелә. Ә ғәйепләнеүсе ир авария урынынан ҡаса.

Әле был ир үҙенең ғәйебен өлөшләтә таныған. Эш Шишмә районы судына ебәрелгән һәм уны ҡарау башланасаҡ.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас