+21 °С
Болотло


12 октябрҙә өйҙән сығып кире ҡайтмаған...
Өфөлә хоҡуҡ һаҡсылары һәм “БашРегионСпас” ирекмәндәре 13 йәшлек Альберт Рассказовты эҙләй. Ул 12 октябрҙә өйҙән сыҡҡан һәм кире ҡайтмаған.
Альберттың билдәләре: буйы 135 см, уртаса ҡаҡса кәүҙәле, асыҡ-һорғолт сәсле, һоро күҙле. Өйҙән сыҡҡанда өҫтөнә һоро куртка, күк салбар, аяғына һоро-ҡара кроссовка кейгән.
Үҫмер тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүсе булһа, 112 йәки 89373102112 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.