

Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Бишбүләк районында 57 йәшлек ир бер тәүлектән ашыу урманда булған. Ир 13 октябрҙә иртән Сиҙәкбаш ауылынан һыйыр көтөргә киткән һәм юғалған.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, кисә көтөүсене эҙләүгә Туймазынан ҡотҡарыусылар юлланған. Төшкө ҡарай ҡотҡарыусылар, ауыл биләмәһе башлығы һәм полиция менән берлектә юғалған көтөүсене тапҡан. Ул урманда аҙашҡан булған.
Көтөүсе бик ныҡ өшөгән, туңған һәм ныҡ һыуыҡ үткәреүе асыҡланған. Зыян күреүсегә тәүге ярҙам күрһәтелгән һәм дауаханаға оҙатылған.
Урман-ҡырҙа йөрөгәндә лә һаҡ булырға кәрәк. Үҙегеҙгә таныш булмаған урындарҙы үткәндә, тирә-яҡҡа ҡарап тамға йәиһә нимәгәлер ҡарап, урындарҙы билдәләп барығыҙ. Тәү ҡарашҡа ябай кеүек күренһә лә, аҙаҡ уның ярҙамы ҙур булыуы ихтимал. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Фото: stylishbag.ru