Хәүефһеҙлек
15 Октябрь 2023, 15:00

Янғында ике ирҙең ғүмере өҙөлгән

Сибайҙа һәм Иглин районында фажиғәле хәл теркәлгән.

Янғында ике ирҙең ғүмере өҙөлгәнЯнғында ике ирҙең ғүмере өҙөлгән
Янғында ике ирҙең ғүмере өҙөлгән

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә Сибай ҡалаһында һәм Иглин районының Ҡалтыман ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр алынған.

Сибай ҡалаһының Таулы ҡасабаһындағы янғында 73 йәшлек һәләк булыуы асыҡланған. Әле осраҡ буйынса тикшереү эштәре башланған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Иглин районы Ҡалтыман ауылында янған йортта ла 63 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Йорт хужаһы ни өсөндөр алдан ҡуйылған янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын алып ташлаған. Йәй көнө уға яңғыҙ йәшәгән кеше булараҡ тапшырылған.

Ваҡиға урынында янғын сәбәптәре асыҡлана. Ут менән һаҡ булығыҙ! Көндәр һыуытыу менән күптәр йылытыу приборҙарын файҙалана, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, газ менән дә һаҡ эш итегеҙ!

Фото: "Башинформ". 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас