

Бөгөн, 16 октябрҙә, Бишбүләк районының Михайловка ауылында булған был хәл. Иртәнсәк урамдан үтеп барған ҡатын бер йорттоң ҡыйығынан көслө төтөн сыҡҡанын күреп ҡала. Ҡатын хужаларға ҡысҡырып маташа, әммә бер кем дә яуап бирмәй. Бөтә йортто төтөн ҡаплай, ут тиҙ тарала. Ҡатын янғын һүндереүселәрҙе саҡыра.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекмәндәр утты һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт эсендә ике кешенең – 1958 йылғы ирҙең һәм 1974 йылғы ҡатындың кәүҙәһе табыла.
Кисә, 15 октярбрҙә, төндә Иглин районының Ҡалтыман ауылында шәхси йорт янған. Ҡотҡарыусылар килгәндә йортто ул ялмап алған булған. Утты һүндергән саҡта 1960 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Шуныһы: йәйгеһен йорт хужаһына, яңғыҙ йәшәгән кеше булараҡ, янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы бирелгән, әммә хужа уны алып һалып ҡуйған.
Көндәрҙең һыуытыуы сәбәпле, халыҡ күпләп йылытыу ҡорамалдары ҡуллана, мейескә ут яға башлай, әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәйҙәр. Был иһә ут сығыу хәүефен күпкә арттыра.
Ут һаҡһыҙлыҡты ғәфү итмәй – төҙөк булмаған электр ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ, насар торошта булған мейес менән дә файҙаланмағыҙ, түшәктә ятҡан көйөнсә тәмәке тартырға ярамай. Балаларҙы, өлкән кешеләрҙе йортта янғыҙын ҡалдырмағыҙ.
Фото: mchsrb