Танылған блогер, өс бала әсәһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтең һеңлеһе Диана Сәфәрова 9 майҙа Шишмә ҡасабаһының Революция урамында юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булғайны.
Әле был эш судта ҡарала. Тәфтишселәр фаразы буйынса, төндә Вадим Л. иҫерек килеш “Toyota Camry” машинаһы руленә ултыра. Ул юғары тиҙлектә хәрәкәт итә һәм автомобилдәр араһында булырға тейешле арауыҡты һаҡламай. Диана хәрәкәт иткән “Honda Civic” автомобиленең уҙып киткәс, уның юлын ҡапыл ҡырҡа. Ошо сәбәпле ҡатын идараны юғалтып, металл ҡоймаға барып бәрелә. Һөҙөмтәлә Диана Сәфарова ваҡиға урынында һәләк була.
Етмәһә, Вадим Л. ваҡиға урынын ташлап ҡаса.
Ул өлөшләтә ғәйебен таныған. Уға биш йылдан алып, 12 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы янай, шулай уҡ ҡайһы бер вазифаларҙы биләү йәки өс йылға тиклем эшмәкәрлек менән шөғәлләнеү ҙә тыйыласаҡ.
Иҫерек водителдең яуапһыҙлығы арҡаһында Диана Сәфәрованың ғүмере өҙөлдө һәм уның өс балаһы етем ҡалды.
Хөрмәтле водителдәр, рулгә ултырыр алдынан һеҙ автомобилдең хәүеф сығанағы булыуы хаҡында ла, шулай уҡ кеше ғүмере өсөн яуаплы булыуығыҙҙы ла онотмағыҙ.
Фото: vk.com