

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлегенә 84 йәшлек ир мутлашыу осрағы тураһында хәбәр иткән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, пенсионерға кеҫә телефонына хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре шылтыратҡан. Шылтыратыусы унан аҡсаһы барлығы-юҡлығы тураһында һорай. Ыңғай яуап алғас, мутлашыусы артабанғы ғәмәлдәргә күсә. Ялған хеҙмәткәр оло йәштәге кешене барлыҡ аҡсаһын “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерә. Дәлил сифатында мутлашыусы ауыл кешеһен һалым хеҙмәте менән ҡурҡыта, ул, йәнәһе, өйҙә һаҡланған аҡсаны тартып ала.
”Белгескә” ышанып, пенсионер 525 мең һум күләмендә аҡса туплай һәм “полицейский” менән йәнә бәйләнешкә инә. Үҙ сиратында енәйәтсе тиҙҙән иргә банк учреждениеһына барып етергә ярҙам итеү өсөн таксист киләсәген аңлата.
Бер аҙҙан автомобиль килә һәм пенсионер уға ултырып банкка юллана. Юлда водитель пассажирҙың үҙен тынысһыҙ тотоуын күреп, ашығыс юлға сығыуының сәбәбе тураһында ҡыҙыҡһына. Хәлде аңлап, таксист пенсионерҙың мутлашыусылар селтәренә эләгеүен аңлай һәм юл йүнәлешен үҙгәртеп, пассажирын полиция бүлегенә алып килә.
Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге мутлашыуҙы иҫкәрткән такси водителен дәртләндереү мәсьәләһен хәл итә.
Ермолаевка ауылында йәшәгән 84 йәшлек иргә ҡарата мутлашыусылар беренсе тапҡыр ҡына “һөжүм” итмәй икән. Бынан алдараҡ уға Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан шылтыратыу килгән. Мутлашыусылар, алдан һатып алынған дарыуҙар өсөн компенсация алыу һылтауы менән, унан 20 мең һум аҡса алырға маташҡан. Әммә почта бүлексәһе хеҙмәткәре ауыл кешеһенең аҡса ебәреүенә ҡамасаулай һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.