Хәүефһеҙлек
21 Октября 2023, 06:00

Ейәнсәре йәйәүлене тапатҡан...

 Фажиғә тураһында телефон аша еткергәндәр

Ейәнсәре йәйәүлене тапатҡан...Ейәнсәре йәйәүлене тапатҡан...
Ейәнсәре йәйәүлене тапатҡан...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса бүлегенә 1952 йылғы ҡатын мөрәжәғәт иткән. Мәғлүм булыуынса, мутлашыусылар уның 900 мең һумын урларға маташҡан.

Кис пенсионерға ҡала телефонына фажиғәле хәбәр еткереп шылтыраталар. Йәнәһе, уның ейәнсәре юл-транспорт ваҡиғаһына осраған, йәйәүлене тапатҡан. Зыян күреүсенең дәғүәләренән ҡотолоу өсөн уға операция өсөн түләргә кәрәк. Шылтыратыусылар 900 мең һум аҡса һорай һәм ышандырырлыҡ итеп телефонға ейәнсәрен саҡыра. Телефондағы ҡатын илаған булып ҡылана, ҡалтыранған тауыш сығарырға тырыша, әммә актерлыҡ уйыны ярҙам итмәй.

Пенсионер ҡатын тауыштың ейәнсәренә оҡшамауын һиҙә һәм уның менән мутлашыусылар бәйләнешкә ингәнен аңлай. Ул ейәнсәренә шылтыратып, уның менән барыһы ла яҡшы икәнен асыҡлай. Бынан һуң мутлашыусыларҙың шылтыратыуҙарына яуап бирмәй һәм полицияға ғариза яҙа.

Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү үткәрелә.

Дәүләкән районында йәшәүсе ҡатындың ғәмәлдәре ошондай шылтыратыуҙар килгәндә нисек эш итергә кәрәклегенә миҫал булып тора. Тыныс булығыҙ, телефонығыҙҙы ҡуйығыҙ һәм бәләгә тарыған туғандарығыҙ менән бәйләнешкә инегеҙ. Моғайын, яҡындарығыҙ менән барыһы ла яҡшы булыр, ә телефон аша мутлашыусылар шылтыратыр.

Фото: rubtsovsktv.ru 

Мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас