

Был ҡот осҡос енәйәт Ейәнсура районының Иҙәш ауылында булған. “Ейәнсура таңдары” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, июлдә бында өлкән йәштәге ҡатын ғәйеп була. Был турала полицияға ғаризаны ҡатындың ҡыҙы бирә. Өләсәй менән бергә уның ейәне лә юғала. Шулай уҡ өй мөлкәте лә юҡ була.
Өләсәйҙе эҙләү иғлан ителә. Тик тәүге осор һөҙөмтә булмай. Ә бына был ялдарҙа инәйҙе табалар. Ул ошоға тиклем һыуытҡыс камераһында ятҡан...
Гәзит мәғлүмәттәре буйынса, ғәйепләнеүсе кешене ҡулға алғандар. Әлеге ваҡытта был эш буйынса тикшереү бара.
Фото: "Ейәнсура таңдары".