

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә иҫкәртеү менән сыҡты.
“Синоптиктар иҫкәртеүенсә, ҡыш алды башланды һәм һауа торошо тотороҡһоҙ буласаҡ. Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ҡар яуҙы, ә бөгөн Өфөнө томан һәм оҙайлы ямғыр ҡапланы.
Бөтә юлда йөрөгәндәрҙе ипле булырға саҡырам. Автоһәүәҫкәрҙәргә ваҡытында йәйге шиналарҙы ҡышҡыға алмаштырырға, дистанция һаҡларға һәм ҡапыл хәрәкәттәр яһамаҫҡа кәңәш итәләр. Төндәге минуслы һауа торошо боҙлауыҡҡа килтерә. Йәйәүлелергә лә ҡышҡы тәртипкә күсер кәрәк – ҡараңғы ваҡытта балаларҙың һәм өлкәндәрҙең кейемдәрендә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булырға тейеш.
Беҙҙең юл хеҙмәттәре ҡышҡы техниканы әҙерләп бөттө, боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар ҙа әҙер. Кәрәк булһа, улар шунда уҡ эшкә тотонасаҡ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртеүҙәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Әҙерләнмәй килеш алыҫ юлға сыҡмағыҙ. Ипле булығыҙ һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Уфа1.