

Республикала ял көндәрендә ҡайһы бер райондарҙа мул ғына ҡар яуҙы, водителдәргә тәүге һынауҙарҙы үтергә тура килде. Әбйәлил районының Мәйгәште – Буранғол юл участкаһында айырыуса хәл ҡатмарлы булды. Юлдарҙы ҡар баҫты, машиналар үргә менгән урындарҙа күтәрелә алмай ыҙаланды.
Хәйбулла районынан Белорет районына ҡунаҡҡа барған ир менән ҡатын ҡайтыр юлда автомобилдәре менән ҡар “ҡапҡанына” эләгә. Бәхеткә күрә, уларға Ишкилде ауылында йәшәгән Мәжит Шаһивәлиев ярҙамға килә.
– Күрәм: юлда машина тора, ир көрәк менән ҡарҙы һелтәй, тик был эштән ни фәтеүә? Күктән биҙрәләп тигәндәй яуа бит. Ҡыҫҡаһы, ҡышҡы запас тәгәрмәсемде уларға бирҙем. Үҙем руль артына ултырҙым, тауға менергә ярҙамлаштым, – тип хәтерләй ул көндө ир.
Юлсылар үҙҙәренә ярҙам итеүсегә ҙур рәхмәт белдергән, аҡса ла тәҡдим иткән, тик миһырбанлы Ишкилде егете баш тартҡан. “Кеше беҙгә үҙенең тәгәрмәсен биреп, ысын күңелдән ярҙам күрһәтте һәм Ишкилдегә тиклем илтеп ҡуйҙы. Рәхмәт һиңә, Мәжит!” – тип яҙған Таһир Нураев.
Фото һәм сығанаҡ: Kp.ru