Хәүефһеҙлек
30 Октября 2023, 10:00

Аварияларҙа ике йәйәүле һәләк булған

“Һаумыһығыҙ, ауылдаштарым, юл ныҡ насар, тайғалаҡ. Һаҡ булығыҙ! Аҙнағолда бер машина әйләнгән”. Бына ошондай хәбәр килде Белорет районынан

Аварияларҙа ике йәйәүле һәләк булғанАварияларҙа ике йәйәүле һәләк булған
Аварияларҙа ике йәйәүле һәләк булған

Һауа шарттары юлдарҙа үҙ ҡанунын урынлаштыра, теләйбеҙме-юҡмы бойһонорға мәжбүрбеҙ. Өфөлә ҡойоп ямғыр яуһа ла, ҡырыҫ Белорет тарафтарында икенсе күренеш күҙәтелә. Бөгөн ауылдаштар чатында таксист егет: “Һаумыһығыҙ, ауылдаштарым, юл ныҡ насар, тайғалаҡ. Һаҡ булығыҙ! Аҙнағолда бер машина әйләнгән”, – тип хәбәр итте.

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 27 октябрҙә киске сәғәт һигеҙҙә 47 йәшлек водитель "Хендай IX35" автомбилендә Өфө юлындағы көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеле аша сығып барған 56 йәшлек ирҙе тапаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәйәүле дуаханала һәләк булған.

28 октябрҙә Әбйәлил районында, һауа шарттары насарайыуы арҡаһында, “Рено Сандеро” автомобиле юлдан ситкә сығып түңкәрелгән. Рулдә 39 йәшлек ҡатын булған. Мәғлүм булыуынса, ҡатын идараны юғалтҡан. Ул медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Табиптар ҡатынды тикшергәндән һуң, өйөнә ҡайтарған.

Дүртөйлө районындағы юл-транспорт ваҡиғаһында биш кеше зыян күргән.

Авария 28 октябрҙә көндөҙ Дүртөйлө - Груздевка автомобиль юлының етенсе километрында булған. Мәғлүмәттәр буйынса, 20 йәшлек урындағы водитель идара иткән "Киа Спортейдж" һәм 59 йәшлек ир идаралығындағы ҡаршы килгән "Хундай Солярис" бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә биш кеше дауаханаға оҙатылған, уларҙың өсәүһе ауыр йәрәхәттәр менән урындағы дауахананың реанимация бүлегенә урынлаштырылған.

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, "Киа Спортейдж " водителе 2021 йылда водитель танытмаһы алған. Ике автомобилдә лә ҡышҡы тәгәрмәстәр ҡуйылған. Водителдәр айыҡ булған.

Шулай уҡ ошо көндө киске 19:00 сәғәт тирәһендә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылының Хоҙайбирҙин урамында авария булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, "Киа Рио" руле артындағы 28 йәшлек водитель 69 йәшлек йәйәүлене тапаған. Авария һөҙөмтәһендә йәйәүле ир ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була.

Ошо уҡ көндө көндөҙ Туймазы - Октябрьский автомобиль юлында, Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылы янында, өс автомобиль бәрелешкән: “Чери Тигго”, “Тойота Лэнд Крузер” һәм “Фольксваген Джетта”.

Авария һөҙөмтәһендә “Тойота” автомобилендәге ике пассажир дауаханаға оҙатылған. Табиптар тикшергәндән һуң уларҙың береһе өйөнә ҡайтарылған.

Ошо уҡ көндө Өфөнөң Пушкин урамында “ГАЗель” маркалы “Ашығыс ярҙам” автомобиле, Ғафури урамы буйлап Зәки Вәлиди урамы йүнәлешендә тоҡандырылған сигнал менән хәрәкәт иткәндә, Аксаков урамы яғынан Пушкин урамы буйлап хәрәкәт иткән “Шкода Рапид” менән бәрелешә. Бынан һуң “Шкода Рапид” автомобиле “Лада Гранта” менән бәрелешә, ул “Ашығыс ярҙам” автомобилен үткәреү өсөн туҡтаған булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Шкода Рапид” һәм “ГАЗель” пассажирҙары йәрәхәтләнә.

Ошондай күңелһеҙ хәлдәргә осрамаҫ өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк, шулай уҡ насар һауа торошонда юлға сыҡмай тороу яҡшыраҡ.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Юл хаталарҙы ғәфү итмәй.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда насар һауа торошо һаҡланасаҡ. Төндә урыны менән көслө яуым-төшөм, боҙлауыҡ, айырым райондарҙа сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар ятыуы, боҙлауыҡ көтөлә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: @bash_gibdd

Аварияларҙа ике йәйәүле һәләк булған
Аварияларҙа ике йәйәүле һәләк булған
Аварияларҙа ике йәйәүле һәләк булған
Аварияларҙа ике йәйәүле һәләк булған
Аварияларҙа ике йәйәүле һәләк булған
Аварияларҙа ике йәйәүле һәләк булған
Аварияларҙа ике йәйәүле һәләк булған
Аварияларҙа ике йәйәүле һәләк булған
Аварияларҙа ике йәйәүле һәләк булған
Аварияларҙа ике йәйәүле һәләк булған
Аварияларҙа ике йәйәүле һәләк булған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас