Хәүефһеҙлек
30 Октябрь 2023, 11:00

Берәҙәк эттәр талаған

"Был эттәр юҡтан бар булмаған. Кемдер башмаҡтай этте аҫрап үҫтергән, тик ниңә урамға сығарып ебәрергә икән?!"

Берәҙәк эттәр талағанБерәҙәк эттәр талаған
Берәҙәк эттәр талаған

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Бәйләнештә” төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, Салауат ҡалаһында берәҙәк эттәр өйөрө урамдан үтеп барған иргә ташланған. Зыян күреүсене яҡында туҡтаған машина водителе ҡотҡарған. Һуңыраҡ хайуандар тағы бер ҡатынға ташлана. Уға үтеп барыусылар ярҙам итә. Ике зыян күреүсе лә дауаханаға оҙатылған.

“Иртәнсәк Ленинград урамындағы 85-се йорт янында берәҙәк эттәр кешеләргә ташланды. Әгәр яҡында берәйһе булмаһа, хәл күпкә аяныслыраҡ тамамланыр ине. Эттәр ҙур”, - тип яҙа интернетта был ваҡиға шаһиттары.

Әлеге мәлдә тикшереү бара. Берәҙәк хайуандарҙың хужаларын эҙләйҙәр. Прокуратура ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Әлбиттә, был хәл йәмәғәтселекте лә битараф ҡалдырманы. Был яҙма аҫтында күпләп фекерҙәр яҙалар. Мәҫәлән, “Әгәр ҙә мәктәп балаһы булһа шул урында? Халыҡ ниңә шул тиклем аҙа икән!?”, “Бөтә ерҙә лә шул хәл, эт һәм бесәй менән урам тулған. Көтә алмағас, ниңә алырға? Уйынсыҡ кеүек уйнайҙар ҙа сығарып ебәрәләр. Ана бит муйынса менән волкодав”, “Хәҙер ней эттәрҙе һүрәттән күреп кенә үҫкән кешеләр уларҙы яҡлаған була. Мин бер эткә лә ышанмайым, хатта чихуа минең аяғыма килеп йәбеште. Яңыраҡ Өфөлә  “Мега” янында бәләкәй ҡыҙҙың рюкзагына йәбешкән бер эт. Йәштәр ярҙам итмәй ҡасҡан, бер оло ҡатын ярҙамға килгән”, “Кеше ғәйеле, ташламаһындар эттәрен. Бәйле тотһондар”.

Әлбиттә, был эттәр юҡтан бар булмаған. Кемдер башмаҡтай этте аҫрап үҫтергән, тик ниңә урамға сығарып ебәрергә икән?! Эт эт инде ул, унда үҙ-үҙен һаҡлау яһиллығы ҡапыл яуныуы бар. Ә бына был хайуандар өсөн яуаплы хужалар, кешеләр нимә уйлай икән? Учалы районында булған фажиғә һабаҡ булманымы икән...

Фото: "Башинформ"дан скриншот.

Видеояҙма сығанғы: Башинформ, Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы (vk.com)

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас