

Кисә Өфөлә урынлашҡан гараждарҙың береһендә ҡурҡыныс табышҡа юлыҡҡандар. Унда йәш егет менән ҡыҙҙың үле кәүҙәһе табылған. Был турала “Маш-Баташ” телеграм-каналы хәбәр итә.
Гараж боксында автохимчистка булған. 20 йәшлек егеттең кәүҙәһе водитель урынында табылған. Ул гараждың хужаһы. 18 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе эргәләге бәләкәй бүлмәлә ятҡан. Шул уҡ ваҡытта машинаның двигателе эшләп торған.
Әлеге ваҡытта судмедэкспертиза билдәләнгән. Хоҡуҡ һаҡсылары һәм табиптар уларҙың үлем сәбәбен асыҡлаясаҡ. Ә яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар машина сығарған төтөнгә ағыуланған.
Фото: Телеграм.