Хәүефһеҙлек
15 Ноябрь 2023, 14:00

15 йәшлек үҫмер атайһыҙ ҡалды

Башҡортостанда йыл башынан алып янғындарҙа 214 кеше һәләк булған, шул иҫәптән уларҙың дүртәүһе - бала...

15 йәшлек үҫмер атайһыҙ ҡалды15 йәшлек үҫмер атайһыҙ ҡалды
15 йәшлек үҫмер атайһыҙ ҡалды

14 ноябрҙә кисен Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында йорт янып китә. Ҡотҡарыусылар утты һүндергәндә 1978 йылғы ирҙең кәүҙәһен таба.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын ирҙең һаҡһыҙ тәмәке тартыуы арҡаһында сығыуы ихтимал.

Атайһыҙ ҡалған малай әле күршеләрендә, уны артабан урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеү буйынса район хакимиәтендә ошо мәсьәләләргә яуаплы комиссияларҙың ултырышында хәл итәсәктәр.

Башҡортостанда йыл башынан алып янғындарҙа 214 кеше һәләк булған, шул иҫәптән уларҙың дүртеһе бала. Утта 190 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Һәләк булғандарҙың һәм зыян күреүселәрҙең күбеһе төтөндә сәсәгән йә ағыуланған.

Уҙған ял көндәрендә ете кеше һәләк булған, янғын сәбәптәрен әле Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишселәре асыҡлай. Яҡынса фараз буйынса, янғындарҙың төп сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү.

Әлбиттә, әгәр янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал булһа, күптәр иҫән дә ҡалған булыр ине. Әммә ҡайһы бер осраҡта янғын иҫкәртеү ҡорамалы булып та, йә уның батареяһы юҡ, йә ҡуйылмай ята.  

Янғын сәбәптәре ябай – бүлмәлә тәмәке тартыу йәки бешеренгәндә электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырыу, боҙоҡ тороштағы мейестәрҙе файҙаланыу, шулай уҡ алкоголле эсемлектәр ҡулланыу һөҙөмтәһендә уяулыҡты һәм һаҡһыҙлыҡты юғалтыу.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ут менән һаҡ эш итегеҙ!

Фото: mchsrb

15 йәшлек үҫмер атайһыҙ ҡалды
15 йәшлек үҫмер атайһыҙ ҡалды
15 йәшлек үҫмер атайһыҙ ҡалды
15 йәшлек үҫмер атайһыҙ ҡалды
15 йәшлек үҫмер атайһыҙ ҡалды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас