Хәүефһеҙлек
16 Ноябрь 2023, 15:00

Тәтешлелә – фажиғә...

Ул ҡатынды ҡаҙ йолҡошорға тип саҡыра ла... 

Тәтешлелә – фажиғә...Тәтешлелә – фажиғә...
Тәтешлелә – фажиғә...

Кисә Тәтешле районында йәшәгән ғаиләләрҙең береһендә ҙур фажиғә булған. Бында 63 йәшлек ир 53 йәшлек ҡатынды атып үлтергән. Ә аҙаҡ, үҙенә лә ҡул һалған.

М. исемле ир ҡатыны менән сентябрҙә айырылған булған, әммә улар дуҫтарса мөнәсәбәттәрен һаҡлаған. Яңыраҡ ҡына ҡатын вахтала эшләп ҡайтҡан һәм ир уға шылтыратып ҡунаҡҡа саҡырған. М. элекке ҡатынынан ҡаҙҙарын йолҡошоуҙы һораған. Был турала "Маш-Баташ" каналы хәбәр итә. 

Тик бер мәлдә улар араһында ғауға сыҡҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, сәбәбе – көнсөллөк. М. яңыраҡ алған пистолетын алған да ҡатынды атып үлтергән. Тәүҙә дуҫтарына шылтыратып хәбәр итә, аҙаҡ табиптарға һәм полицияға әйтә. Нимә эшләгәнен аңлағас, үҙен дә үлтерә.

Әле хоҡуҡ һаҡсылары был эште тикшерә. 

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас