Хәүефһеҙлек
18 Ноябрь 2023, 10:00

Янғында ике ирҙең ғүмере өҙөлгән

Уларҙы утты һүндергән саҡта тапҡандар...

Янғында ике ирҙең ғүмере өҙөлгәнЯнғында ике ирҙең ғүмере өҙөлгән
Янғында ике ирҙең ғүмере өҙөлгән

17 ноябрҙә төндә Бөрө районының Питяков ауылында янғын сыҡҡан. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, утты һүндергәндән һуң 1950 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Тәмәкене һаҡһыҙ тартыу арҡаһында янғын сығыуы ла ихтимал, тигән фараз бар.

Ошо уҡ көндө иртәнсәк Өфөнөң Калинин районындағы “Медик” баҡса ширҡәтендә ағас йорт янып бөткән. Ҡотҡарыусылар утты һүндергән саҡта 1970 йылғы ирҙең кәүҙәһен тапҡан.

 “Хөрмәтле граждандар, ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә юл ҡуймағыҙ, түшәктә тәмәке тартмағыҙ, тәмәке көлөн махсус һауытҡа йәки һыу банкаһына һалыу яҡшыраҡ.

Янғындар күп осраҡта ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында, шулай уҡ электр приборҙарын файҙаланыу һәм мейес йылытыу ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле сыға.  Шуға ла уларҙы ваҡытында тикшереп, ремонтлап тороғоҙ.

Үҙегеҙҙең йортоғоҙҙо, мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ, ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ”, – тип иҫкәртәләр ведомствонан.

Фото: mchsrb

Янғында ике ирҙең ғүмере өҙөлгән
Янғында ике ирҙең ғүмере өҙөлгән
Янғында ике ирҙең ғүмере өҙөлгән
Янғында ике ирҙең ғүмере өҙөлгән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас