Хәүефһеҙлек
22 Ноябрь 2023, 13:00

Һарыҡтар ҙа йөрөй алмағанды...

Бындай көндә өйҙә генә ултырыу хәйерле лә бит

Һарыҡтар ҙа йөрөй алмағанды...Һарыҡтар ҙа йөрөй алмағанды...
Һарыҡтар ҙа йөрөй алмағанды...

Бөгөн республика юлдарында ҡурҡыныс хәлдәр күҙәтелә. Йә тегендә авария, йә бында. Барыһына ла насар һауа торошо ғәйепле: боҙ ҡатыш ямғыр яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ. Был видеояҙма Баймаҡ районынан. Унда, иртән автомобилдәрендә тәгәрмәстәрен ҡышҡыға алмаштырған водителдәр ҙә Сибай-Баймаҡ юлында тау үренә менә алмай ултырған тиҙәр. Ҡышҡы итектәре булмаған һарыҡтарға ни ҡалһын инде? Видеонан күренеүенсә, мәхлүктәр автомобиль юлын аша үтә алмай йонсой: таялар, йығылалар, тора алмайҙар... Шөкөр, машиналар туҡтап юл биргән һәм унда авария теркәлмәгән.

Кәрәк булмаһа, өйҙә ултырып торайыҡсы...

Фото: вилеонан скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас