Хәүефһеҙлек
22 Ноябрь 2023, 15:00

Автобус менән ҡурҡыныс авария

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандар, йәрәхәтләнгәндәр бар. 

Автобус менән ҡурҡыныс аварияАвтобус менән ҡурҡыныс авария
Автобус менән ҡурҡыныс авария

Бөгөн Туймазы районында ҡаланан 13 километр алыҫлыҡта урындағы әһәмиәттәге юлда автобус һәм ике еңел машина менән ҡурҡыныс авария теркәлә. ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, “НефАЗ” автобусы тәүҙә “Лада Гранта” менән бәрелешә, аҙаҡ уныһына “Хендай Солярис” автомобиле килеп төкөлә. Һөҙөмтә аяныслы, “Лада” водителе урында һәләк була. Ә автобус юлдан ҡолап төшә һәм ауа.

Салонда 33 пассажир һәм водитель булған. Унда ултырған ике кеше ауыр йәрәхәттәр алған һәм дауаханаға оҙатылған. “Хендай”ҙа йәрәхәтләнгәндәр юҡ.  

Урынға саҡырылған янғын һүндереүселәр еңел машинала үлгән кешене өйрәп сығара һәм автобустағы кешеләргә ярҙам итә. Табиптар кешеләрҙе урында тикшергән, ә полиция авария сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: МЧС. 

 

Автобус менән ҡурҡыныс авария
Автобус менән ҡурҡыныс авария
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас