

Ишембайҙағы ғаиләләрҙең береһендә ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 24 йәшлек ҡатын балаһын йыуындырған һәм, телефондан һөйләшеп, әүрәп китеп, бәләкәсте ҡарауһыҙ ҡалдырған.
Ҡатын ванна бүлмәһенә кире ингәндә бала һыуға батҡан булған. Ул тиҙ генә “ашығыс ярҙам” саҡыртҡан, әммә медицина хеҙмәткәрҙәре малайҙың үлемен асыҡлаған. Әле был хәлде хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре тикшерә.
Бәләкәй балаларҙың яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж икәнлеге тураһында онотмаһаҡ ине, дуҫтар. Уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Өҫтәүенә, бәләкәстәрҙе төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән, шул иҫәптән сирҙәрҙән ҡурсалайыҡ.
Фото: vk.com/govoryachestno