

Бөгөн кискә ҡарай ауыр яңылыҡ билдәле булды. Нуриман районында булған аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Иң аяныслыһы, уларҙың береһе - бәләкәй бала.
ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, “Киа Рио” водителе Өфө – Иглин – Красная Горка – Павловка юлынан хәрәкәт иткән саҡта “ВАЗ-21213” машинаһына бәрелә. Күрәһең, бәрелеш ныҡ көслө була: “Киа”ның водителе 37 йәшлек ҡатын менән уның 7 йәшлек ҡыҙы урында йән бирә. Икенсе машинаның водителе һәм пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханала.
Авария урынында полиция һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләгән. Хәлде асыҡлау өсөн унда ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов үҙе барған.
Тышта йәнә һауа торошо үҙгәрә. Тимәк, юлда йөрөү ҡатмарлашыуы ихтимал. Һаҡ булайыҡ, дуҫтар.
Фото: ЮХХДИ.