Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Декабрь 2023, 18:30

Икеһе лә һәләк булған

Юлда ҡурҡыныс авария... 

Икеһе лә һәләк булған
Икеһе лә һәләк булған

Бөгөн Архангел районында ҡурҡыныс авария теркәлде. Ул Өфө – Инйәр – Белорет юлының 92-се километрында булған, тип хәбәр итәләр ЮХХДИ-нан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, юлда “Лада Приора” менән “ВАЗ-2114” машиналары бәрелешкән.

Күрәһең, бәрелеш бик көслө булғандыр. Уның һөҙөмтәһендә, ике машинанан да пассажирҙар табиптар килеп еткәнсе һәләк булған. Водителдәрҙе йәрәхәттәр менән дауаханаға алып киткәндәр.

“Әле был авария буйынса тикшереү башланды. Бер нисә экспертиза үткәреләсәк, уның барышында ваҡиғаның сәбәптәре асыҡланырға тейеш”, – тинеләр ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: