Хәүефһеҙлек
5 Декабрь 2023, 10:00

Мәктәп ҡаҙанлығында шартлау

Бер кеше үлгән...

Мәктәп ҡаҙанлығында шартлауМәктәп ҡаҙанлығында шартлау
Мәктәп ҡаҙанлығында шартлау

Бөгөн иртә менән Асҡын районының Солтанбәк ауылында фажиғәле хәл теркәлгән: мәктәп ҡаҙанлығында шартлау булған. Һөҙөмтәлә 51 йәшлек оператор һәләк булған, бинаның бер өлөшө емерелгән.

Рәсәй Ғәҙәтән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡаҙанлыҡ мәктәптән алыҫыраҡ, айырым бинала урынлашҡан. Унда пар-һауа ҡатнашмаһы шартлаған, артабан яныу булмаған.

“Оператор етди йәрәхәттәр алған, уны дауаханаға алып барҙылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул аҙаҡ вафат булды. Мәктәптә 40 бала уҡый”, - тинеләр ведомствола.

Хәлде прокуратура органдары ла үҙ контроленә алған. 

“Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген координациялау өсөн урынға Асҡын районы прокуроры Нияз Фәйезов сыҡты. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡланасаҡ, сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙелеге ҡануниәте үтәлеше тикшереләсәк. Кәрәк булһа, прокурор ҡарары ҡабул ителәсәк”, – тинеләр республика Прокуратураһында.

Әлегә уҡытыу процесы туҡтатылған. Дәрестәрҙе башлау һәм йылы биреүҙе тергеҙеү мәсьәләһе күҙәтеү органы контролендә.

Фото: МЧС.

Мәктәп ҡаҙанлығында шартлау
Мәктәп ҡаҙанлығында шартлау
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас