Хәүефһеҙлек
7 Декабрь 2023, 05:30

Өс бала әсәйһеҙ ҡалған...

Был аварияла Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналының хеҙмәткәре Эдуард Ғәйнановтың ҡатыны һәләк булған

Өс бала әсәйһеҙ ҡалған...Өс бала әсәйһеҙ ҡалған...
Өс бала әсәйһеҙ ҡалған...

5 декабрҙә Архангел районында юл фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлөүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Республика ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 92-се километрында булған. “Лада Приора” менән идара иткән 46 йәшлек ир ҡаршы һыҙатҡа сығып, “ВАЗ-2114” автомобиле менән берелешкән. Һөҙөмтәлә пассажирҙар – 45 һәм 71 йәшлек ҡатындар һәләк булған, водителдәрҙе дауаханаға оҙатҡандар.   

Мәғлүм булыуынса, был аварияла Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналының хеҙмәткәре Эдуард Ғәйнановтың ҡатыны һәләк булған. Ошо хаҡта уның хеҙмәттәштәре “Яңылыҡтар” тапшырыуында хәбәр итте.   

“Архангел районынан ҡот осҡос хәбәр килде. Билдәле оператор, БЮТ каналы хеҙмәткәре Эдуард Ғәйнанов юл фажиғәһенә эләккән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны һәләк булған. Өс сабый әсәйһеҙ ҡалды. Эдуард Адис улы дауаханала, табиптар операция эшләгән.

Ауыр минутта ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. 89191410960 телефон һандары буйынса аҡса ебәрергә мөмкин. Хәмитова Гүзәл Сулпан ҡыҙы, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының баш мөхәррире”, – тип белдерҙе телевидениелағы хеҙмәттәштәребеҙ.

Аварияла һәләк булған ҡатындарҙың туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Хөрмәтле водителдәр, юл хаталарҙы ғәфү итмәй, ашыҡмағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ. Автомобиль йөрөткән саҡта хаталы хәрәкәттәр эшләүегеҙ кеше ғүмерҙәрен ҡыйыуы ихтимал. Бер минутҡа алдан барып етәм тип, төҙәтә алмаҫлыҡ хаталар эшләүегеҙ, үҙегеҙҙе ғүмерлек утҡа һалыуығыҙ мөмкин. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юлдарығыҙ имен булһын!

Фото: @bash_gibdd

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас