

Тәбиғәт беҙгә үҙенең “бүләктәрен” ебәреп тора. Мәғлүм булыуынса, бөгөн, 8 декбарҙә, Балаҡатай районының Түбәнге Үтәш ауылында термометр күрһәткесе –50 градусҡа тиклем төшкән. Шулай уҡ Ҡыйғы районының Йосоп ауылында -43, Учалы районының Ҡалҡан ауылында –40 градус булған, тип хәбәр иттеләр. Ә һеҙҙә термометр бағаналары нисә градус күрһәтте?
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 7 – 12 декабрҙә аномаль һалҡын һауа торошо көтөлә, уртаса тәүлек һауа температураһы климат нормаһынан 14-20 градусҡа түбәнерәк буласаҡ.
Ведомствонан белдереүҙәренсә, бындай һауа торошонда янғын сығыу хәүефе бер нисә тапҡырға арта.
Янғынға юл ҡуймау өсөн ҡулдан эшләнгән электр приборҙарын ҡулланыуҙан баш тартығыҙ, йылытҡыстарҙы һәм мейестәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Электр селтәренә артыҡ көс төшөрәмәгеҙ.
Янғын хәүефһеҙлеге буйынса түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ:
Һеҙҙең хәүефһеҙлек – һеҙҙең яуаплылыҡҡа бәйле! Көслө һыуыҡтарҙа урамға бейәләй, бүрек һәм шәл кеүек йылы кейемдәр кейеп сығырға кәрәк.
Фото: ватсаптағы mchsrb төркөмөнән алынды.