

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 8 декабрҙә, Өфө районының Федоровка ауылында һарай янған.
Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килгәндә 4,5х10 метр ҙурлығындағы һарайҙы ут ялмап алған була. Утты 14 минутта һүндереүгә өлгәшкәндәр, әммә малдарҙы ҡотҡарып өлгөрмәгәндәр. Янғында ете ат һәм кәзә һәләк булған.
Янғын урынында ведомствоның тәүтикшереүсеһе эшләй, ваҡиға сәбәбен асыҡлай.
Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Фото: mchsrb.