Хәүефһеҙлек
8 Декабрь 2023, 15:00

Ҡыҙ бала өйҙә бер үҙе генә була...

Ҡапыл сәйер тауыш ишетеп, асып ҡараһа...

Ҡыҙ бала өйҙә бер үҙе генә була...Ҡыҙ бала өйҙә бер үҙе генә була...
Ҡыҙ бала өйҙә бер үҙе генә була...

Баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итеүенсә, улар кисә фатирҙарҙың береһенән көтөлмәгән шылтыратыуҙы ҡабул иткән. Ҡыҙ бала өйҙә бер үҙе генә була.  Ҡапыл бүлмәләрҙең береһендә сәйер  тауыш ишетеп, асып ҡараһа, унда – ниндәйҙер бер йәнлек!  Тиҙ генә ишекте ябып ҡуйып, ҡыҙ ҡотҡарыусыларҙы саҡыра һала.

Эҙләү-ҡотҡарыу отряды урынға йәһәт килеп етә, “саҡырылмаған ҡунаҡтың” һыуһар икәнен күрә һәм уны биш минутта тотоп ала. Йәнлек урманға ебәрелгән, хәҙер ул иректә.

Фото: Граждандарҙы яҡлау идаралығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас