Хәүефһеҙлек
17 Декабрь 2023, 15:00

10 йәшлек малай тау шыуғанда... машинаға килеп бәрелгән

Водитель бер нисек тә туҡтап өлгөрә алмаған...  

10 йәшлек малай тау шыуғанда... машинаға килеп бәрелгән10 йәшлек малай тау шыуғанда... машинаға килеп бәрелгән
10 йәшлек малай тау шыуғанда... машинаға килеп бәрелгән

Ҡаза аяҡ аҫтында тигәндәре шулдыр, күрәһең. Өфөнөң Дауыт Юлтый урамында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Еңел автомобилдә китеп барған 57 йәшлек водитель 10 йәшлек малайҙы бәрҙергән. Видеояҙмала күренеүенсә, тау шыуған малай ҡапыл юлға килеп сыҡҡан (тауҙан шыуып). Водитель бер нисек тә туҡтап өлгөрә алмаған. 

Малайҙы шунда уҡ дауаханаға алып барғандар, ул иҫән. Әле осраҡ буйынса тикшереү эштәре башланған.

Тиҙҙән оҙайлы Яңы йыл каникулдары етә. Ата-әсәләр балаларына алдан уҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында аңлатып ҡуйһалар ине, сөнки рәхсәт ителмәгән урындарҙа бөтөнләй тау шыуыу ҡәтғи тыйыла. Каникулдар күңелһеҙ һәм бәлә-ҡазаһыҙ үтмәһен өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе лә үтәү етә.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас