Хәүефһеҙлек
18 Декабрь 2023, 15:10

Бер көндә ике автобус бәрелгән

Учалы районында водитель һәләк булған...

Бер көндә ике автобус бәрелгәнБер көндә ике автобус бәрелгән
Бер көндә ике автобус бәрелгән

Бөгөн төшкә табан Өфө районында, Алексеевский шоссеһында, “Higer” автобусы һәм “Шакман” йөк машинаһы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә алты-туғыҙ йәшлек алты бала һәм бер өлкән кеше медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Билдәле булыуынса, 25 бала ултырған автобус менән Алексеевкаға экскурсияға китеп барған. Йөк машинаһы һулға боролор өсөн туҡтаған. Был ваҡытта артта хәрәкәт иткән автобус уға бәрелгән.

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, автобустағы балаларҙы шул йүнәлештә хәрәкәт иткән автобусҡа ултыртып, тейешле ярҙам күрһәткәндәр.

Автобус ҡатнашлығында икенсе авария иһә Өфө ҡалаһында теркәлгән.

Бөрө трактында, Тимашев янында, “НефАЗ” пассажир автобусы һәм ҡаршы килгән "Лада Ларгус” автомобиле бәрелешкән. Авария мәлендә автобуста ун пассажир була, уларҙың береһе лә зыян күрмәгән. "НефАЗ"-дың 15-се маршрут буйынса хәрәкәт итеүе билдәле. “Лада” водителе һәм уның пассажиры – балаһы дауаханаға оҙатылған.

Белорет – Учалы – Миәс автомобиль юлының 100-сө саҡрымында, Учалы районында, “Лада Гранта” һәм “Киа Рио” автомобилдәре бәрелешкән.  

Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә “Лада Гранта”-ның 82 йәшлек водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем үк вафат була. “Киа Рио” автомобилендәге 42 йәшлек водителе һәм уның ике балаһы – 10 йәшлек улы һәм һигеҙ йәшлек ҡыҙы ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. “Киа Рио” водителе эскән булған.

Хөрмәтле водителдәр һәм йәйәүлеләр, ҡарлы-буранлы һауа торошо юлдарҙа хәрәкәтте ауырлаша, был иһә юлдарҙа аварияларға сәбәпсе була. Шуға ла бындай көндәрҙә юлға сыҡмай тороуы хәйерле йәки юл-хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк.

Фото: @bash_gibdd

Бер көндә ике автобус бәрелгән
Бер көндә ике автобус бәрелгән
Бер көндә ике автобус бәрелгән
Бер көндә ике автобус бәрелгән
Бер көндә ике автобус бәрелгән
Бер көндә ике автобус бәрелгән
Бер көндә ике автобус бәрелгән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас