

Республиканың ЮХХДи идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Салауат районында юл-транспорт ваҡиғаһында кеше һәләк булған.
Авария көндөҙгө сәғәт берҙә Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы – Ункүрҙә автомобиль юлының 2-се километрында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Силәбе өлкәһендә йәшәгән 36 йәшлек ир "Iveco Stralis" йөк машинаһы менән күперҙән Йүрүҙән йылғаһына төшөп киткән. Авария һөҙөмтәһендә водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй, сәбәбе асыҡлана.
20 декабрҙә Өфөнөң көнбайыш урау юлынан 25 километр алыҫлыҡта теркәлде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Хово” һәм “Шакман” йөк машиналары бәрелешкән. Һөҙөмтәлә “Хово” водителе ашығыс ярҙам килгәнсе вафат булған.
Һуңғы ваҡытта һауа торошо тиҙ үҙгәреүсән, был иһә юлдарҙағы торошҡа ла ҙур йоғонто яһай. Шуға ла юлда күреү мөмкинлеге насарайған шарттарҙа сабырлыҡ тупларға, хәүефле хәрәкәттәрҙән, бигерәк тә ҡаршы һыҙатҡа сығыу менән бәйле аҙымдарҙан баш тартырға кәрәк. Хәрәкәт тиҙлеге аныҡ һауа шарттарына һәм юл шарттарына тап килергә тейеш.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Фото: @bash_gibdd