

Быуын сығыу, имгәнеү, мускул тартылыу – ҡышҡы осорҙа йыш осраған күренештәр. Айырыуса байрамдарҙа, кешеләр иҫерткес эсемлектәр тәьҫирендә уяулыҡты юғалтыу сәбәпле, йәрәхәттәр һаны ҡырҡа арта. Боҙлауыҡта хәүефле урындарҙы урап үтергә тырышығыҙ, юл аша йүгереп сыҡмағыҙ. Ҡулдар мөмкин тиклем буш булырға тейеш, уларҙы кеҫәгеҙҙә тыҡмағыҙ – был ҡолау ихтималлығын арттыра. Йығыла башлауығыҙҙы тойһағыҙ, йомарланырға тырышығыҙ, ҡулығыҙҙағы әйберҙәрҙе ҡотҡарыу тураһында уйламағыҙ.
Халыҡты ҡышҡыһын тағы бер хәүеф – ҡыйыҡтағы боҙбармаҡтар һағалай. 21 декабрҙә Өфөләге Ленин урамында бер ирҙең өҫтөнә боҙ киҫәге төшкән. Башы йәрәхәтләнгән ир дауаханаға оҙатылған. Һаҡ булығыҙ, ҡар, боҙ төшөү хәүефе хаҡында иҫкәрткән кәртә таҫмаларын һәм табличкаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Машинаһын йорт янында ҡалдырған автоһәүәҫкәрҙәргә лә үргә йышыраҡ ҡарарға һәм хәлде баһаларға кәңәш ителә. Торлаҡ ҡыйығында боҙбармаҡтар күрһәгеҙ, идара итеүсе компанияға йәки 112-гә шылтыратығыҙ.
Фото: volsklife.ru