

Ошо көндәрҙә Өфөлә бәхетһеҙ осраҡ булған: ихаталарҙың береһендә 10 йәшлек малай яһалма тауҙан шыуғанда юлға төшөп киткән һәм машина тәгәрмәсе аҫтына эләккән. Йәрәхәт алған баланы дауаханаға оҙатҡандар. Әле тауға ҡом һибелгән. Ни өсөн ихатала хәүефһеҙ боҙ ҡаласығын ойоштормауҙы тикшереү бара. Әгәр өлкәндәр, хәүефле урынға иғтибар итеп, шунда уҡ саң ҡаға башлаһа, бәлки, фажиғә булмаҫ та ине.
Балағыҙҙы тауға мендерер алдынан, уны үҙегеҙ тикшерегеҙ, шыуып төшөп ҡарағыҙ. Тайғаҡ битләү буйлап күтәрелергә, кемдер шыуған ваҡытта уның юлына сығырға ярамауын, шыуып төшөү менән ситкә сығырға кәреклеген аңлатығыҙ.
Тауҙан нисек хәүефһеҙ шыуырға
Фото: showslide.ru