Хәүефһеҙлек
23 Декабрь 2023, 14:00

Ярҙам итәм тип бәләгә тарыған

Фажиғә Учалы районында булған. Тракторсы юлдан ситкә төшөп киткән автомобиль водителенә ярҙам итеү өсөн туҡтай. Һөҙөмтәлә... 

Ярҙам итәм тип бәләгә тарығанЯрҙам итәм тип бәләгә тарыған
Ярҙам итәм тип бәләгә тарыған

Республика ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, Учалы районындағы аварияла 62 йәшлек водитель һәләк булған.

22 декабрҙә 18.00 сәғәт тирәһендә Белорет – Учалы – Мейәс автомобиль юлының 104-се километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Рено Логан” автомобиле МТЗ тракторы менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә, “Рено Логан”дағы 62 йәшлек водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе һәләк булған.

Билдәле булыуынса, был юл участкаһында "Лада Ларгус" автомобиле юлдан ситкә төшөп киткән була. Урындағы тракторсы уны сығарыуҙа ярҙам итергә ҡарар итә. “Лада Ларгусты”ты тарттырған саҡта “Рено Логан” автомобиле трактор менән бәрелешкән. Бик ҡыҙғаныс күренеш - тракторсы берәүгә ярҙам итәм тип, күңелһеҙ хәлгә тарыған.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәр ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, ҡышын автомобилдә хәрәкәт итеү икеләтә хәүефлерәк булыуы хаҡында онотмағыҙ!

Фото: @bash_gibdd

Ярҙам итәм тип бәләгә тарыған
Ярҙам итәм тип бәләгә тарыған
Ярҙам итәм тип бәләгә тарыған
Ярҙам итәм тип бәләгә тарыған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас